11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 10:34

Ульяновскиҙа һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушылды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

23 ноябрҙә Ульяновскиҙағы хәрби арсенал территорияһында боеприпастар шартлау һөҙөмтәһендә 8 кеше һәләк булды һәм икәүһе яраланды. Һәләк булыусылар араһында Башҡортостандан дүрт хәрби хеҙмәткәр. Һәләк булыусылар һәм яраланыусылар Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһында урынлашҡан  63494-се хәрби часында хеҙмәт иткән.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов шартлауҙа һәләк булған Башҡортостанда тыуып үҫкән дүрт һалдаттың кәүҙәһен республикаға алып ҡайтыу буйынса бөтә кәрәкле саралар күрергә ҡушты.

Шулай уҡ республика Президенты ҡушыуы буйынса һәләк булған һәм яраланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеләсәк.