5 декабрь, Дүшәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 10:25

Өфөлә “Аҡ шәшке” эстрада йырҙары конкурсы тамамланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә Ҡала мәҙәниәт һарайында  “Аҡ шәшке” эстрада йырҙары V ҡала асыҡ конкурсының гала–концерты үтте. Унда ошо мәртәбәле ижади бәйгенең лауреаттары иғлан ителде.

Төрлө йәш категорияларында “Соло” номинацияһында беренсе урынға биш башҡарыусы лайыҡ булды, улар  –  Елизавета  Әхтәмова, Валерий Дәүләтов, Алексей Аверин (Өфө), Арина Трофимова һәм Денис Вәлитов (Ишембай).

“Ансамблдәр” номинацияһында Өфө ҡалаһынан  “Йондоҙҙар тыуғанда” триоһы, Мәләүездән Элиза һәм Эллина Ғәббәсова дуэты, Бәләбәйҙән “Ретро” вокал һәм Өфөнән “Вариация” ансамблдәре еңеүсе исемен яуланы.

Был конкурс республиканың баш ҡалаһында 21 нобярҙә башланған ине.  Быйыл унда Өфө, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Силәбе, Сим ҡалаларынан һәм Иглин, Шишмә, Балтас, Миәкә, Благовар һәм Туймазы райондарынан 300-гә яҡын талантлы башҡарыусылар ҡатнашты.

темалар: Конкурстар