5 декабрь, Дүшәмбе

25 ноябрь 2009 йыл, 10:00

«Милли кейем быуаттар аралығында» конкурсына йомғаҡ яһалды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Милли кейем быуаттар аралығында»  Беренсе асыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнде  — уларҙың исемдәре Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үткәрелгән гала-концертта аталды.

Конкурс Гран-прийын Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжының “Батшабикә” коллекцияһы һәм уның авторы Дина Закрина яуланы. Конкурстың дүрт номинацияһында Айһылыу Шәрипова менән Юлия Петренко һәм уларҙың «Ҡарға туйы» коллекцияһы («Дефиле» номинацияһында 1-се урын), Хәҙисә Арғынбаева («Этнографик кейем» номинацияһында 1-се урын), Людмила Мрясова («Милли кейемдәге ҡурсаҡ» номинацияһында 1-се урын) һәм Светлана Горбунова («Эскиздар конкурсы» номинацияһында 1-се урын) еңеүселәр булды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм ойоштороусыларҙы дебют менән Өфөнөң  Киров районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ҡотланы. Ул, модельерҙарҙың ижади ярышы тиҙҙән ҡалабыҙ өсөн традиционға әйләнәсәк һәм йыл һайын төрлө төбәктәрҙән күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.

— Милли кейемдәр аша беҙ республикабыҙ территорияһында йәшәүсе төрлө халыҡтар менән яҡынданыраҡ танышабыҙ һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһында күберәк беләбеҙ, — тине Юлай Талха улы. – Бынан тыш, хәҙерге кейемдә милли костюм элементтары булһа, бик матур бит.

Шуны өҫтәп әйтеп үтәйек, модельерҙарҙың милли кейемдәргә махсуслашҡан беренсе конкурсы ижади йәштәр инициативаһы буйынса Өфөнөң Киров районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Ул Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналды. Уның бурыстары булып оҫта һәм йәш модельерҙарҙың милли кейем традицияларын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү; милли кейем ижад итеү өлкәһендә һәләтле оҫталарҙы, яңы коллективтарҙы һәм авторҙар үҙәктәрен асыҡлау һәм яҡлау тора.

Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлеге начальнигы Зөлфиә Ханнанова хәбәр итеүенсә, «Милли кейем быуаттар аралығында» Беренсе конкурсында ҡатнашыуға Өфөнән һәм Саранскиҙан  34 йәш модельерҙан заявка килде. Проектта шулай уҡ Өфө ательелары, Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан производство комбинаты, “Ағиҙел” Башҡортостан художество промыслаһы, Өфө трикотаж фабрикаһы, «Иман» мосолман кейемдәре тегеү ательеһы, «Салауат», «Сәләм» ательелары, «Алина Ҡаҙакбаева» салон-ательеһы, «Ете ҡыҙ» магазин-ательеһы һәм Саҡмағош ауылынан Балалар ижады үҙәге ҡатнашты.

темалар: конкурстар