Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

“Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәте намыҫлы тәьмин итеүселәр федераль реестрына индерелде

Иҡтисад

Стәрлетмаҡ “Каустик” асыҡ акционерҙар йәмғиәте намыҫлы тәьмин итеүселәр  федераль реестрына индерелде һәм предприятиеның продукцияһы дәүләт стандарттары талаптарына ярашлы булыуын раҫлаусы  сертификат алды.

Бындай  сертификат  бер йылға  бирелә. Ул  ойошманың тендерҙарҙа ҡатнаша алыуын һәм дәүләт заказының ышаныслы һәм һөҙөмтәле  башҡарыусыһы икәнлеген раҫлай. Компания “Намыҫлы тәьмин итеүсе” билдәһен реклама һәм мәғлүмәт материалдарында  файҙалана ала.

Башҡорт компанияһының ышаныслы тәьмин итеүсеһе булыуын уның продукцияһын  даими ҡулланыусы “Каменск сүсе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Каменск –Шахта), Кемеров ҡалаһынан “Азот” асыҡ  акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар раҫлай.

Теги: Сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть