8 декабрь, Кесе йома

24 ноябрь 2009 йыл, 16:57

Башҡортостанға “Родина” журналы делегацияһы килә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһына  “Родина”  журналының редакция коллегияһы эш сәфәре менән килә.  Делегация составында  “Родина “ журналы редакцияһы”  генераль директоры Виталий Зубкевич, уның урынбаҫары Владимир Иванов, яҙыусы Лев Аннинский, журналдың дин тарихтары бүлеге мөхәррире, “Көнүҙәк прогноздар хәбәрҙәре” шеф-редакторы Сергей  Антоненко.

Делегация беҙҙең республикала өс көн буласаҡ һәм был ваҡыт эсендә улар бер нисә мәҙәни һәм фәнни сараларҙа ҡатнашырға ниәтләй. Мәҫәлән, шаршамбы көнө журнал вәкилдәре ҡатнашлығында  дүрт “түңәрәк өҫтәл “ ойоштороласаҡ. Уларҙың икәүһе БР Милли музейында “Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылған төбәк булараҡ үҫеше” һәм “Башҡортостан территорияһында ойошторолған хәрби ғәскәрҙәрҙең 1812 һәм 1941- 1945 йылдарҙағы Ватан һуғыштарында ҡатнашыуы” темаларына үтәсәк.

Кесаҙна журнал вәкилдәре БР Археология һәм этнография музейында буласаҡ, Башҡорт  дәүләт  университеты,  Башҡорт  дәүләт   педагогия университетының гуманитар факультеттары , Стәрлетамаҡ, Бөрө  ҡалаларының гуманитар вуздары студенттары менән осрашасаҡ.

Йома көндө делегация Ҡорбан байрамында ҡатнашасаҡ һәм Ғафури районына юлланасаҡ.

Өс көнлөк эш сәфәренең һөҙөмтәһе –  журнал биттәрендә Башҡортостан  тураһында махсус сығарылыш.  Журнал редакцияһы республика территорияһындағы  үҙенсәлекле археологик  урындарға, башҡорттарҙың рухи һәм  матди мәҙәниәтенә, Рәсәй составына башҡорттарҙың тарихи инеүенә һәм республиканың бөгөнгө мәҙәни һәм иҡтисади ҡаҙаныштарына  айырыуса ныҡ иғтибар бирмәксе.

“Родина “ журналы бөгөн – иң  эре федераль баҫмаларҙың береһе, Уның биттәрендә илебеҙҙең, уның халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте ентекле һәм киң яҡтыртыла.

темалар: Милли сәйәсәт