3 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2009 йыл, 16:48

Өс предприятие – Рәсәй Хөкүмәте премияһына конкурс дипломанттары

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың бер юлы өс предприятиеһы: Өфө «Востокнефтезаводмонтаж» акционерҙар компанияһы», «Башспирт», шулай уҡ «Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың сифат өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүгә конкурс дипломанттары булды. Улар Хөкүмәт премияһына 1000-дән ашыу хеҙмәткәрҙәр менән предприятиелар категорияһында дәғүә итте.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, дипломанттарҙы наградлау тантанаһы бөгөн Мәскәүҙә, Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡта, үткәрелде.

Конкурс лауреаттарын хөрмәтләү ҙә бөгөн үк РФ Хөкүмәте йортоноң Наградалар залында үтте.