Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда “Балалар һәм йәштәр матбуғаты” аҙналығы үтәсәк

Йәмғиәт

30 нобрҙән 6 декабргә тиклем республикала “Балалар һәм йәштәр матбуғаты” аҙналығы үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат эштәре, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ  мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора.

Акцияның төп маҡсаты – балалар һәм йәштәр баҫмаларын пропагандалау, уҡыусы йәштәр араһында гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әүҙемләштереү, уҡыу мәҙәнилеген күтәреү.

Акция сиктәрендә уҡыу йорттарында класс сәғәттәреһәм мәктәп уҡыусыларының республика, район һәм ҡала гәзиттәре, журналдары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.

Акцияның девизы – “Һәр уҡыусыға – бер республика гәзите, бер республика журналы!”

Бөгөн республикала рус, башҡорт, татар телдәрендә өс йәштәр гәзите (“Молодежная газета”, “Йәшлек”,“Өмөт”), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт һәм татар телдәрендә гәзит һәм журналдар (“Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”,“Әллүки”), башҡорт һәм татар телдәрендә йәштәр  өсөн ике журнал(“Шоңҡар”, “Толпар” сыға.

Теги: Матбуғат
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть