4 декабрь, Йәкшәмбе

24 ноябрь 2009 йыл, 15:02

Өфөлә IMAX кинозалы асыласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Декабрҙә Башҡортостан баш ҡалаһы кинокомплекстарының береһендә IMAX цифрлы кинозалы асыласаҡ. Өфө IMAX-ы Рәсәйҙә Канада технологияларының бөтә стандарттары буйынса төҙөлгән беренсе цифрлы кинозал буласаҡ. Ул  2009 йылдың 7 сентябрендә төҙөлә башланғайны.

Кинокомплекс хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, IMAX залында китты натураль ҙурлығында күрһәтә алырлыҡ 21 метрҙан ашыу ҙурлыҡтағы экран ҡуйыласаҡ. Фильмдарҙы күрһәтеү бында иҫ киткес цифрлы тауыш менән оҙатыласаҡ, ә шундай саф күрһәтеү һәм залдың үҙенсәлекле геометрияһы фильмда ҡатнашыу эффекты тыуҙырасаҡ.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк, бөтә донъяла IMAX залдары социомәҙәни өлкәнең мөһим бер элементы булып тора, сөнки бындай залдарҙа дөйөм белем биреү, фәнни һәм социаль йүнәлештәге фильмдар күрһәтелә. Мәҫәлән, IMAX залдарында һыу аҫты донъяһында, орбиталь станцияла сәйәхәт ҡылырға, динозаврҙар менән йөрөргә һәм башҡа бик күп нәмәләр мөмкин.

IMAX-кинозалында фильмдар IMAX классик форматында, IMAX 3D форматында (махсус күҙлек кейеп) һәм IMAX DMR форматында (Голливуд фильмдарының цифрлы ремастерингы технологияһы) күрһәтеләсәк.