11 декабрь, Йәкшәмбе

24 ноябрь 2009 йыл, 14:42

“Башҡортостандың йәнле тәбиғәте” фотоконкурсы иғлан ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан буйынса Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү идаралығы “Башҡортостандың йәнле тәбиғәте”  фотоһүрәттәре  конкурсын иғлан итә.

Фоторәссамдар үҙҙәренең оҫталығын түбәндәге номинациялар буйынса күрһәтә аласаҡ :пейзаж, панорама, этюд, үҫемлектәр һәм хайуандар, тәбиғәт һәм Кеше.

Конкурс сиктәрендә  Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында  профессиональ фотографтарҙың еңеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреүе ҡаралған.

Фотоэштәр алдан һайлап алыу өсөн конкурс комиссияһына 2010 йылдың 1 июненә тиклем  электрон вариантта тапшырылырға тейеш. Конкурсҡа фотоһүрәттәр  30x45 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡағыҙҙа баҫылған килеш, шулай уҡ ошо уҡ фотографияларҙың кәметелмәгән күләмле файлдары  менән бергә 2010 йылдың 15 июненә тиклем тапшырылырға тейеш.

Конкурсҡа һайлап алынған фотоһүрәттәрҙе баһалау Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында үтәсәк.

Фотоһүрәттәрҙе  Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына даими фотокүргәҙмә ойоштороу өсөн бүләк итеү конкурста ҡатнашыуҙың шарты булып тора.

темалар: Конкурстар