8 декабрь, Кесе йома

24 ноябрь 2009 йыл, 14:15

Ҡала халҡының ваҡытлы матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмей

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә 2010 йылға төп ҡала, республика һәм федераль баҫмаларға яҙылыу барышы тикшерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл яҡшынан түгел. Һуңғы ваҡытта өфөләрҙең ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ҡыҙыҡһыныуы һиҙелерлек кәмене. Әлеге ваҡытта ҡалала йәшәүсе бер мең кешегә 171 дана матбуғат баҫмаһы тура килә. Был былтырғы кимәлдән – мең кешегә 320 дана – ике тапҡырға тиерлек кәмерәк.

Ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың фекеренсә, бындай хәлде ҡәнәғәтләнерлек тип атап булмай.

Ҡаланың айырым райондарында (Ленин, Киров, Октябрь) төп федераль баҫмаларға халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы былтырғы менән сағыштырғанда бер аҙ күтәрелһә, ҡала, республика һәм район гәзиттәренә һәм журналдарына бөтә ерҙә лә тиерлек яҙылыу кәмей. Мәҫәлән, «Вечерняя Уфа»ға яҙылыу тиражы бөтә райондарҙа ла кәмегән. «Республика Башкортостан» гәзитенә һәм «Уфа»  журналына ла яҙылыусылар бик аҙ.

Әлеге ваҡытта 2009 йылға төп ҡала баҫмаларына яҙылыу тиражы түбәндәгесә: «Вечерняя Уфа» — 4909 дана, «Уфимские ведомости» — 5524, «Уфа» журналы — 919 дана. БР Федераль почта элемтәһе идаралығы аша яҙылыуға ҡарағанда, ҡала халҡының күбеһе туранан-тура гәзит һәм журналдар редакцияларына килеп яҙыла.

— Бындай хәлдә альтернатив яҙылыу мөмкинлеге тураһында уйланырға кәрәктер, — тип иҫәпләй ҡала хакимиәте башлығы. – Әгәр башҡа ойошмалар ҡала һәм республика баҫмаларына яҙылыу тиражын арттыра ала икән, уларға был мөмкинлекте бирергә мөмкиндер, моғайын.