Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

«ИНДИГО» үҙәге Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырыу буйынса «ҡыҙыу линия» үткәрә

Сәйәсәт

26 ноябрҙә «ИНДИГО» Ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге Өфөлә Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырыу буйынса «ҡыҙыу линия» үткәрә. Акция РФ оборона министрының федерация субъекттары башлыҡтарына хәрби комиссарҙарҙың башҡарма власть органдары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар ҡабул итеү кәрәклеге тураһында мөрәжәғәтенә яуап итеп ойошторола. Хәйер, Башҡортостанда бындай саралар тәүге тапҡыр ғына ойошторолмай. Уларҙың маҡсаты – тәү башлап хәрби иҫәпкә ҡуйғанда һәм хәрби хеҙмәткә саҡырғанда граждандарға психологик ярҙам күрһәтеү.

Көҙгө саҡырыу буйынса ҡыҙыҡһындырыусы бөтә һорауҙарға Өфөнөң Орджоникидзе, Калинин һәм Октябрь райондары Хәрби комиссариатының икенсе бүлексәһе начальнигы Константин Воропаев яуап бирәсәк.

«Ҡыҙыу линия» 2009 йылдың 26 ноябрендә 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем 8(347) 223-22-11 телефоны буйынса үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть