Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандан йырсылар –"Ший памаш" фестиваль-конкурсы еңеүселәре араһында

Сәйәсәт

Марий Иле Республикаһында Рәсәй Федерацияһының Фин-уғыр мәҙәни үҙәге, Марий Иле Республикаһының Мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министрлығы һәм Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни-ял ваҡыты эшмәкәрлеге ғилми-методик үҙәге тарафынан фин-уғыр халыҡтары милли эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ший памаш" ("Көмөш шишмә") Асыҡ төбәк-ара фестиваль-конкурсы ойошторолдо. Унда Марий Иле, Башҡортостан, Коми, Удмуртия Республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан 21 солист һәм 4 вокаль ансамбль ҡатнашты.

Фестиваль-конкурс Гран-прийын Марий Иле Республикаһының Медведевский районынан Светлана Яндукова яуланы, ә "яңғыҙ йыр" номинацияһында икенсе урын бирелгән ике ҡатнашыусының береһе Башҡортостан Республикаһының Мишкә районынан Дина Баюршина булды.

Роман Мусагитов (Благовещен, Башҡортостан Республикаһы) конкурстың махсус дипломы менән билдәләнде. Лауреаттар иҫәбенә инмәгән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр һәм приздар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть