6 декабрь, Шишәмбе

24 ноябрь 2009 йыл, 11:00

«Вечерняя Уфа» журналисы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты

автор: Любовь Колоколова

«Вечерняя Уфа» гәзитенең хаттар, мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Гөлшат Ҡорамшина “Киләсәккә аҙым” («Шаг в будущее») журналист эштәре конкурсының бер юлы ике наградаһына лайыҡ булды.

Конкурс ауыр тормош хәленә дусар булған балаларҙы яҡлау Фонды ҡанаты аҫтында эшләгән Социаль журналистика клубы тарафынан ойошторолдо.

“Ҡояшлы балалар беҙҙе яратырға өйрәтә” («Солнечные дети учат нас любви») материалы өсөн Гөлшат Ҡорамшина “Тигеҙ мөмкинлектәр заманы” («Время равных возможностей») номинацияһында икенсе урын өсөн диплом һәм конкурстан тыш “Изгелек өсөн”  номинацияһында махсус приз алды.

Наградалар Мәскәүҙә тапшырыласаҡ.