10 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2009 йыл, 10:32

Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге ансамбль Мәскәүҙә юбилей концерты менән сығыш яһаны

автор: Азат Ғәфүров | фото: Азат Гафуров

Мәскәүҙә, П.И.Чайковский исемендәге  концерт залында, Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбле концерты булып уҙҙы.

Ансамблгә  70 йыл элек, 1939 йылда, нигеҙ һалына. Баш ҡалалағы сығыш даны бөтә доньяға таралған  бейеү коллективының юбилей датаһына арналған ине.

Байрам концертында ҡатнашыусыларҙы һәм артистарҙы БР Премьер-министры урынбаҫары, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Ильдус Илешев ҡотланы, Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Юрий Шубин Рәсәй мәҙәниәт министры Александр Авдеевтың ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Унда былай тиелгән:

“Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбленең 70 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайым. Фәйзи Ғәсҡәров үҙенең бай тәбиғи таланты һәм сикһеҙ эш һөйөүсәнлеге менән үҙенең бейеүҙәрендә тыуған яҡтың матурлығына, кешенең рухи байлығына дан йырлай.

Ансамбль, һис шиһеҙ, Рәсәй мәҙәниәтенең бренды, төбәк халҡының традицияларын һаҡлаусыһы булып тора. Бөгөнгө концерт коллективтың ижади ҡаҙаныштарының парады булыр, ә хореография номерҙары  бөтә тамашасыларҙы ла таң ҡалдырыр, һоҡландырыр, тип өмөтләнәм”.

Был көндө республика бейеүселәрен  юбилей менән Игорь Моисеев исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Березка” дәүләт хореография ансамбле, М.Е.Пятницкий исемендәге дәүләт академия рус халыҡ хоры, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы  йыр һәм бейеү ансамбле  ҡотланы.

Әлбиттә, төп көс был көндө юбилярҙарға төштө. Улар әҙерләгән программаға күп милләтле Башҡортостандың мәҙәниәтен сағылдырған бейеүҙәр индерелгән ине. Мәскәү тамашасылары “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Бөркөтстан”, “Сәскә ат, Башҡортостаным!” , “Башҡортостан йәшлеге” кеүек бейеүҙәрҙе  көслө алҡыштар менән бүләкләне.

Башҡортостан ансамбленең юбилей концертын тиҙҙән  “Мәҙәниәт” һәм  БСТ каналдарында ҡарарға була.

темалар: Юбилейҙар