3 декабрь, Шәмбе

24 ноябрь 2009 йыл, 10:07

"Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

26 ноябрҙә сәғәт 12-лә Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" XIII Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үткәрелә. Быйыл да ул БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының йыйылыштар залында үтәсәк.

Башҡортостан Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина хәбәр итеүенсә, конкурста Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Благовещен, Сибай ҡалаларынан бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары етәкселәре иҫәбенән 18 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашасаҡ.

Төбәк этабын БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты ярҙамында республиканың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы ойоштора.

Быйыл эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар туғыҙ номинация буйынса ярышасаҡ, уларҙан иң мөһиме  – «Бизнес корифейы». Еңеүселәр һуңынан "Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында ҡатнаша аласаҡ.