Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

БР Президенты премиялары бирелде

Сәйәсәт

23 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “2009 йылғы опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙең республика конкурсында еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын биреү тураһында” бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙең республика конкурсына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса комиссияның тәҡдимдәрен ҡарағандан һуң, Мортаза Рәхимов 2009 йылғы опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙең республика конкурсында еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын бирергә бойороҡ бирҙе:

“Иң яҡшы опекун (попечитель)” номинацияһы буйынса – Бүздәк районының Никольский ауылында йәшәүсе Вәсилә Сабирйән ҡыҙы менән Айҙар Камил улы Ғәзиевтар ғаиләһенә;

“Тәрбиәгә бала алған иң яҡшы ғаилә” номинацияһы буйынса – Өфөлә йәшәүсе Галина Антоновна менән Валерий Вениаминович Семеновтар ғаиләһенә;

“Иң яҡшы патронат ғаилә” номинацияһы буйынса – Учалы районының Ғәлиәхмәр ауылында йәшәүсе Рәмилә Айытбай ҡыҙы менән Таһир Буранбай улы Мөхәмәткилдиндар ғаиләһенә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть