Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 63.66 ↓

27 май, Шәмбе

Уфа   °

“Транснефть” акционерҙар компанияһы президенты Н.П. Токарев менән осрашыу

Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов “Транснефть” акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе, компания президенты Н.П. Токарев менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән “Транснефть” акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында Өфөлә ҡул ҡуйылған килешеүҙе тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

М.Ғ. Рәхимов Башҡортостан предприятиелары һәм “Транснефть” компанияһының берлектәге эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы. Республика Президенты шулай уҡ ҙур потенциал булыуын һәм артабанғы эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү мөмкинлеген билдәләне. Осрашыуҙа республика территорияһында ҡайһы бер социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа “Транснефть” компанияһының ҡатнашыуы мәсьәләләре ҡаралды.

“Транснефть” башлығы Н.П. Токарев фекеренсә, Башҡортостан менән “Транснефть” акционерҙар компанияһының үҙ-ара файҙалы бик күп проекттары бар. Ул, ошо проекттарҙың барыһы ла уңышлы тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныс белдерҙе.

Теги: Президент
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть