9 декабрь, Йома

23 ноябрь 2009 йыл, 17:38

БР Хөкүмәте һәм “Транснефть” хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Марият Артюхова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Транснефть” нефтте транспортлау буйынса акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар  йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. БР Хөкүмәте Премьер–министры Раил Сарбаев һәм  “Транснефть”  акционерҙар компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте  президенты Николай Токарев  документҡа  үҙ ҡултамғаларын ҡуйҙы.

Премьер–министр  һүҙҙәре буйынса, төбәк территорияһында бындай эре компанияларҙың булыуының һәр ваҡыт  ыңғай яҡтарын табырға кәрәк. “Транснефть” – республиканың күптәнге партнеры, ә компания етәкселеге үҙ өҫтөнә алған бурыстарға һәр ваҡыт яуаплы ҡараны.

Ҡабул ителгән килешеү, Раил Сарбаев һүҙҙәренсә, социаль характерлы. Беҙҙең республика территорияһында компанияның  дүрт мең саҡрым торба үткәргестәре һалынған. Уның ике ҙур подразделениеһында – “Д.А.Черняев исемендәге Урал–Себер магистраль нефть үткәргестәре” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәм  “Нефть продукттары торба үткәргес транспортының Урал берекмәһе”ндә — 4,5 мең  республика халҡы  эшләй.

Республика ҡаҙнаһын тулыландырыуға ла компания тос өлөш индерә. Быйыл компанияның һалым түләүҙәренән 723 миллион һумдан ашыу  аҡса көтөлә. Бөгөн ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, 2010 йылда һалым базаһының  күләме 1 446,5 миллион һум тәшкил итәсәк.

Бынан тыш, “Транснефть” Башҡортостан территорияһында  социаль-мәҙәни тәғәйенләшендәге обьекттар, спорт  ҡоролмалары төҙөүҙә  лә әүҙем ҡатнашасаҡ.

темалар: Килешеүҙәр