Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Йәш спецназдар» Рәсәй Кубогына әҙерләнә

Йәмғиәт

Республика наркоконтроленең «Йәш спецназдар» үҫмерҙәр клубынан балалар контакт каратэһы һәм ориентал буйынса Рәсәй Кубогына әҙерләнә. Ярыштар быйыл 4 — 6 декабрҙә Өфөлә БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә үтәсәк.

Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “йәш спецназдар” яңы ярыш миҙгеленә бик тиҙ әҙерләнде: контакт каратэһы буйынса Өфө ҡалаһы асыҡ турнирында лайыҡлы сығыш яһап, дүрт көмөш һәм бер бронза миҙал яуланылар. Үҙҙәренең йәш һәм ауырлыҡ категорияларында Рөстәм Вәлиуллин, Камил Ғабдуллин, Камила Ҡорбанғәлиева, Хаян Хоҙайбирҙин – икенсе урын, Денис Ғизәтуллин өсөнсө урын яуланы.

Октябрҙә өфөләр ориентал буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогында уңышлы сығыш яһаны. Уның йомғаҡтары буйынса Хаян Хоҙайбирҙин, Тәлғәт Сәйфуллин, Камил Ғабдуллин, Камила Ҡорбанғәлиева һәм Матвей Платонов – икенсе урындар, ә Карина Кугубаева дүртенсе урын яуланы.

Теги: каратэ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть