10 декабрь, Шәмбе

23 ноябрь 2009 йыл, 16:40

Өфөлә һәүәҫкәр фотографтар Аҙнабаевтарҙың “Беҙҙең эргәлә” күргәҙмәһе асылды

автор: Лия Нәғимова | фото: Андрей Старостин

“Урал “ халыҡ сәнғәте галереяһында һәүәҫкәр фотографтар Аҙнабаевтар ғаиләһенең “Беҙҙең эргәлә” тип аталған күргәҙмәһе асылды. Өс өлөштән торған экспозицияла “Ҡала һәм беҙ”, “Республика буйлап” һәм “Эре план менән”  темалары  буйынса берләштерелгән  төрлө фотоһүрәттәр күрһәтелгән.

Алик Хәким улы, уның ҡатыны Елена һәм ҡыҙҙары Римма өсөн фотографиялар –ғаиләнең уртаҡ  мауығыуы ул. Алик һәм Елена Аҙнабаевтар белемдәре буйынса профессиональ рәссамдар. 1990 йылдаулар икәүһе лә Башҡорт Дәүләт педагогия институтының ( бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) нәфис- графика факультетын тамамлайҙар.

— Студент йылдарынан башлап фотография менән мауығабыҙ, әммә үҙебеҙҙе был эштең оҫтлары тип иҫәпләмәйбеҙ, — тип һөйләй Алик Хәким улы. – беҙ икәүебеҙҙә — уҡытыусылар, ләкин ижад өсөн ваҡыт табыла.

Аҙнааевтар ғаиләһе Башҡортостан буйлап йыш сәйәхәт ҡылалар. Юлда осратҡан ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмағандың барыһын да төшөрәләр. Шулай итеп,  күргәҙмәгә өлөшләтә   сығарылған республика тәбиғәтенең сағыу пейзаждары тыуған. Өфөлә төшөрөлгән фотографиялар ҙа иғтибарҙы йәлеп итеп тора:”Ҡала ҡыйыҡтары”, “ Черниковка станцияһында иртә”, “Иҫке ҡала шәүләләре”, “Ҡапҡа” һәм башҡалар. Фотоларҙың һәр береһендә  өфөлөләрҙең һәр береһенә яҡшы таныш урындар  яңыса ҡараш менән бирелгән, күҙ өйрәнгән, шуға ла иғтибар бирмәгәнгә күрә,  ҡала урамдары, йорттары үҙенә генә хас илаһи матурлыҡта бирелгән.

— Матурлыҡ беҙҙең эргәлә генә, тормош мәшәҡәттәренә бирелеп, беҙ уларҙы күрмәйбеҙ генә,- ти Алик Хәким улы.- Тауҙар ғорурлығын, баҫыуҙар киңлеген, иләҫ елде тоймау мөмкин түгел, сөнки быларҙың барыһы ла беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙ. Күргәҙмәгә килеүселәр беҙҙең менән был  хозурлыҡты уртаҡлашыр тип уйлайбыҙ.

темалар: Күргәҙмәләр