Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнө Рәсәй мосолмандарының дини үҙәге тип таныйҙар

Сәйәсәт

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихи резиденцияһында шаршамбы көнө «Өфө – Рәсәй мосолмандарының дини үҙәге» түңәрәк өҫтәле үткәрергә планлаштырыла. Был сараның инициаторҙары булып Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты һәм «Родина» журналы (Мәскәү) редакцияһы тора.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түңәрәк өҫтәл эшендә РФ Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт буйынса идаралығы советнигы Алексей Гришин, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостандың һәм илдең башҡа төбәктәренең мосолман руханиҙары вәкилдәре, ғалимдар һәм педагогтар ҡатнашасаҡ.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының элекке һәм хәҙерге эшмәкәрлеге, мосолман мәғарифын үҫтереү проблемалары, Рәсәй исламы тарихы һәм илебеҙҙә тотороҡлолоҡто һәм граждандар татыулығын һаҡлауҙа уның роле менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть