4 декабрь, Йәкшәмбе

23 ноябрь 2009 йыл, 14:30

Врач-физкультура диспансерында асыҡ ишектәр көнө

автор: Елена Макушина

26 ноябрҙә Республика врач-физкультура диспансерында Әсә көнөнә арналған Асыҡ ишектәр көнө үткәреләсәк.  

Республика врач-физкультура диспансерының баш врачы Наил Ҡотләхмәтов хәбәр итеүенсә, сәғәт 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем бушлай консультациялар үткәреләсәк һәм сәләмәт йәшәү рәүеше, сыныҡтырыу, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү буйынса белгестәрҙең рекомендациялары биреләсәк.

Диспансер врачтары кәүҙә торошо боҙолған, сколиоз, яҫы табанлылыҡ, умыртҡа бағанаһы остеохондрозы, быуын сирҙәре менән пациенттарҙы реабилитациялау хаҡында һөйләйәсәк.

Ошо уҡ көндө 235-60-07 телефоны буйынса консультация ла алырға мөмкин.