Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Эске туризм өлкәһендә инновациялар» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үткәреләсәк

Йәмғиәт

9 декабрҙән 11-енә тиклем Өфө Конгресс-холында “Эске туризм өлкәһендә инновациялар” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үткәреләсәк.

Сараны ойоштороусылар – РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Туризм буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, форумда туризм өлкәһендә һәм төрҙәш тармаҡтарҙа инновациялар индереүҙе стимуллаштырыу механизмдарын эшләргә, Рәсәйҙә эске һәм ситтән килеүселәр өсөн туризмды үҫтереүҙең мөһим инвестицион һәм инновацион проекттарын билдәләргә планлаштырыла. Кәңәшмә сиктәрендә шулай уҡ төбәк-ара туристик продуктты алға һөрөү концепцияһын тикшереү, эске туризмды үҫтереү өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек юлдарын һәм перспективаларын билдәләү планлаштырыла.

Программала пленар ултырыш, туризм индустрияһы күргәҙмәһе, туризм өлкәһендәге актуаль мәсьәләләр буйынса секциялар эше ҡаралған.

Сарала федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәре, туристик фирмалар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть