11 декабрь, Йәкшәмбе

23 ноябрь 2009 йыл, 13:09

Башҡортостанда “ 2009 йылда иң яҡшы китапхана” конкурсы тамамланды

автор: Лия Нәғимова

БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт, Мәғариф министрлыҡтары Әхмәт — Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә ойошторған  “ 2009 йылда иң яҡшы китапхана” конкурсы тамамланды.

Иң яҡшы китапхана исеме  өсөн республиканың төрлө төбәктәре  китапханалары ярышты. Беренсе тапҡыр был конкурста мәктәп китапханалары көс һынап ҡараны. Ижади бәйге 17 номинация буйынса үткәрелде. Мәҫәлән, “Китапхана – милли китап һәм туған телде популярләштереү”, “Китапхана- бәләкәй эшҡыуарлыҡтың мәғлүмәт үҙәге”, “Китапхана – йәштәр үҙәге”, “ Мәктәп китапханаһы – мәғлүмәт – библиография  үҙәге” һәм башҡа мөһим йүнәлештәр.

 — Конкурс  рухи, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика китапханаларының  ижади башланғыстарын үҫтереүгә, яңы мәғлүмәти хеҙмәтләндереүҙәр индереүгә һәм халыҡҡа   мәғлүмәти – китапхана хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү   сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, — тине БР Милли китапхана директоры урынбаҫары  Люция Ильясова. – Шуның өсөн проблеманың көнүҙәк булыуы, төбәктең социаль һәм мәҙәни үҫешендә проекттың әһәмиәте, билдәләнгән йүнәлеш буйынса китапхананың маҡсатлы программаһы булыуы һәм, дөйөм алғанда,  китапхананың Үҙәк булараҡ эшмәкәрлеге еңеүселәрҙе билдәләүсе төп критерийҙар тип алынды.

Конкурсты йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе тантаналы бүләкләү 25 ноябрҙә БР Милли музейында үтәсәк.

темалар: Конкурстар