Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә “Беҙҙең яңы мәктәп” интернет-конкурсы иғлан ителгән

Йәмғиәт

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы өлкән класс уҡыусылары араһында “Беҙҙең яңы мәктәп” темаһына иншалар интернет-конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эштәр яңы ҡыҙыҡлы идеялар булыуы, телдең тасуирлау алымдарын ҡулланыу, материалды биреүҙең логикаға нигеҙләнгән булыуы кеүек критерийҙар буйынса баһаланасаҡ.

«Беҙҙең өсөн яңы мәктәпте балалар үҙҙәре ниндәй итеп күрергә теләүҙәрен күреү мөһим, — тип билдәләне Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко. — Һәр уҡыусы нисек итеп уҡытыу процесын ҡыҙыҡлыраҡ, мәктәпте – яҡшыраҡ, мәғарифты сифатлыраҡ итергә мөмкин булыу тураһында идеялары менән уртаҡлаша ала. Ә иң ҡыҙыҡлы идеялар һәм ҡараштарҙы юғары баһалау ғына түгел, улар мотлаҡ мәктәптә белем биреүҙе яҡшыртыу буйынса көндәлек эшебеҙҙә файҙаланыласаҡ".

Конкурсҡа быйыл 6 декабрҙә йомғаҡ яһарға планлаштырыла. Иң яҡшы иншалар авторҙары приздар һәм грамоталар менән бүләкләнәсәк, ә уларҙың эштәре Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында баҫыласаҡ.

Иншаларҙы newschool@newseducation.ru  “Ҙур тәнәфес” интернет-порталына ебәрергә кәрәк. Конкурс хаҡында ентекле мәғлүмәт http://newseducation.ru/services/contest/ адресы буйынса бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть