Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһының Эксперт советы Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу барышын ҡарай

Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә РФ Дәүләт Думаһы Төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитетының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса эксперт советының күсмә ултырышы үтә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын реформалаштырыу барышы һәм урындарҙа программаның үтәлеше ҡарала.

Кәңәшмәлә Эксперт советы президиумы ағзаһы, Күсемһеҙ милеккә идара итеү академияһының торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ кафедраһы мөдире Игорь Шемякин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының Үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар милли ассоциацияһы ойоштороу комитеты координаторы Дмитрий Бородин, Федераль третей суды президиумы рәйесе Сергей Мамонтов, Ирекле иҡтисади йәмғиәттең Инвестициялар буйынса комиссияһы рәйесе Вячеслав Корнилаев ҡатнаша.

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын реформалаштырыу барышы тураһында доклад менән республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллин сығыш яһаясаҡ. Ишембай һәм Бөрө ҡала биләмәләре башлыҡтарының мәғлүмәттәре тыңланасаҡ.

Эксперт комиссияһы башҡарылған эшкә баһа бирәсәк, һуңынан РФ Торлаҡ кодексына индерелгән үҙгәрештәр буйынса ғәмәли семинар үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть