Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

23 ноябрҙә Һамар ҡалаһында  Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет  ултырышында ҡатнашасаҡ. Ултырышты Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үткәрә.

Округ субъекттары етәкселәре  хеҙмәт баҙары үҫеше мәсьәләләрен һәм халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү  сараларын тикшерәсәк.

Шулай уҡ Совет ултырышында ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округының 2020 йылға тиклем осорҙа үҫеш концепцияһын  әҙерләү барышы  һәм Рәсәй Хөкүмәтенә раҫлауға  тәҡдим итеү тураһында мәғлүмәт менән танышасаҡ.

Теги: Президент
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть