6 декабрь, Шишәмбе

23 ноябрь 2009 йыл, 11:07

Мортаза Рәхимов «Берҙәм Рәсәй» съезында ҡатнашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

21 ноябрҙә Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы Президенты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы Мортаза Рәхимов “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының ХI съезы эшендә ҡатнашты.

Съезда ”Берҙәм Рәсәй”ҙең партия проекттары буйынса эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм партия Уставына төҙәтмәләр тикшерелде, партияның яңы Программаһы проекты буйынса фекер алышыу үткәрелде. Форумда шулай уҡ партияның Юғары советы һайланды.

Съезда ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев сығыш яһаны. Дәүләт башлығы “Берҙәм Рәсәй”ҙең көрсөккә ҡаршы ғәмәлдәрен ыңғай баһаланы һәм, партия Президент, Хөкүмәт һәм илдең Үҙәк банкы тәҡдим иткән бөтә көрсөккә ҡаршы сараларҙы хуплап сыҡты, тип белдерҙе.

Съезда партияның үҫеш перспективалары һәм илдәге социаль-иҡтисади хәл тураһында төп доклад менән “Берҙәм Рәсәй” рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин сығыш яһаны. Ул, «Берҙәм Рәсәй» иҡтисадтың идара итеүсәнлеген һәм банк системаһының тотороҡлолоғон һаҡларға вәғәҙәһен дә үтәне, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Владимир Путиндың фекеренсә, көрсөк осоронда дәүләт граждандарҙы социаль яҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бирҙе. «Беҙ көрсөктөң йәмғиәтебеҙҙе рухи яҡтан тарҡатыуына юл ҡуймаҫҡа вәғәҙә иткәйнек. Һәм һуңғы йылдарҙағы мөһим социаль ҡаҙаныштарыбыҙҙы һаҡлап ҡала алдыҡ», — тине ул.

Съезда шулай уҡ партияның программа документы ҡабул ителде. Партияның Юғары советы рәйесе Борис Грызлов, был партияның тормош сифатын яҡшыртыу бурыстары һәм иҡтисади үҫеш проекттары менән бергә партия идеологияһы — Рәсәй консерватизмы ла билдәләнәсәк беренсе программа документы буласаҡ, тип айырып билдәләне.

— Был үҫеш тотороҡлолоғо, тотҡарлыҡтарһыҙ һәм бер ниндәй революция яһамайынса йәмғиәтте даими ижади яңыртыу идеологияһы, — тине Борис Грызлов.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов съезда Дмитрий Медведев менән Владимир Путиндың партия системаһын яңыртыу буйынса тәҡдимдәрен хупланы.

Республика Президенты партия эсендәге дисциплинаны көсәйтеү өсөн сығыш яһай: «Мин  партия лидеры Владимир Владимирович Путиндың сафтарыбыҙҙы таҙартырға кәрәклеге тураһындағы фекере менән тулыһынса килешәм. Партияла коррупция  йәки закон менән башҡа төрлө проблемалар кеүек күренештәргә юл ҡуйырға ярамай».

«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының ХI съезында Башкортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡайтанан “Берҙәм Рәсәй” Юғары советы составына һайланды.