6 декабрь, Шишәмбе

23 ноябрь 2009 йыл, 10:57

Өфөлә “Балалар – балаларға” хәйриә акцияһы үтте

автор: Ирина Бакке

Өфө ҡалаһы иппотерапия үҙәгендә  “Балалар – балаларға”  хәйриә  акцияһы  үтте. Уның ойоштороусылары – СПИД һәм зарарлы ауырыуҙар менән көрәшеү һәм профилактикалау үҙәге, Иппотерапия үҙәге, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең  республика  ойошмаһы “Башинтерконтракт” хәйриә ойошмаһы.  Акция “Иртәгәһе көн өсөн” проекты сиктәрендә уҙғарылды.

Сара барышында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади  эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. Бынан тыш, ағасты соҡоп һырлау буйынса  оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. “Берендей”  ағастан ижад итеү студияһы етәксеһе Владимир Савельев һәм уның тәрбиәләнеүселәре ағас материалды эшкәртеүҙең яңы ысулдарын күрһәтте, соҡоп һырлауҙың тәүге этаптары менән таныштырҙы.