Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Булгаков ауылында сыуаш халыҡ ижады фестивале булып уҙҙы

Йәмғиәт

Өфө районының  Булгаков ауылында “Йырла, бейе, күңел!”  сыуаш халыҡ ижады фестивале  иң яҡшы сығыштарҙан төҙөлгән гала-концерт менән тамамланды. Фестивалдә республика ҡалалары һәм райондарынан 46 ижади коллектив ҡатнашты.

— Ҡатнашыусыларҙы беҙ жанрҙар буйынса сикләмәнек, — тине Башҡортостан сыуаштары Кәнәше башҡарма комитеты рәйесе Валерий  Сидоров . — Шуға ла фестивалдә хореография, фольклор коллективтары, яңғыҙ йырсылар ҙа сығыш яһаясаҡ, ғөмүмән, халыҡ ижадының төрлө төрҙәре күрһәтеләсәк. Фестивалгә республиканың төрлө төбәктәренән үҙенсәлекле ижади коллективтар йыйылды. Улар Ишембай, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы,Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм башҡа райондарҙан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Өфө ҡалаларынан.

— Бөгөн  беҙҙең республиканың йәмғиәт тормошонда үтә мөһим ваҡиға, — тине БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының милли сәйәсәт бүлеге начальнигы Шәфҡәт Тутаев.-  Сыуыш халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте  Урал һәм Волга буйы халыҡтарының тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Ә беҙҙең һәр беребеҙ яҡын күршеләребеҙҙең нисек йәшәүҙәре тураһында белергә тейеш.

Сыуаштар Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың күпселеген тәшкил иткән халыҡтарҙың береһе. Уның  традицияларын үҫтереү өсөн республикала байтаҡ эштәр атҡарыла. Башҡортостан сыуаштары сьезы башҡарма комитеты, төрлө клубтар эшләп килә, сыуаш мәҙәниәте музейы һәм мемориаль комплексы бар, халыҡ ижады конкурстары һәм фестивалдәре үткәрелә, туған телдәрендә гәзит сығарыла.

— Минең ҡарашҡа, фестиваль  уңышлы үтте ,- тине Өфө районы башлығы Владимир Незнанов. — Күптәр үҙ сығыштарында юғары оҫталыҡ күрһәтте. Был сыуаштарҙың үҙ традицияларына һаҡсыл ҡарауҙары тураһында һөйләй. Ә инде  фестивалдә ҡатнашыусылар араһында йәштәрҙең һәм балаларҙың күп булыуы икеләтә ҡыуаныс. Тимәк, улар ата-бабаларының йолаларына, тарихына һаҡсыл ҡарашта. Үҙенең мәҙәниәтен онотмаған халыҡ ер йөҙөнән бер ҡасан да юғалмаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть