4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ноябрь 2009 йыл, 17:04

Өфө районында сыуаш мәҙәниәте фестивале башланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө районының  Булгаков ауылында сыуаш халыҡ ижады фестивале башланды. Әле Мәҙәниәт йортонда  тәүге конкурстар  үткәрелә, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡлау концертына иң яҡшы номерҙар һайлап алынасаҡ.

Фестивалде БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм республиканың сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте ойошторған.

“Башинформ” агентлығына Башҡортостан сыуаштары Кәнәше башҡарма комитеты рәйесе Валерий  Сидоров хәбәр итеүенсә, байрам программаһы йөкмәткеле буласаҡ.

— Ҡатнашыусыларҙы беҙ жанрҙар буйынса сикләмәнек,- тине ул.- Шуға ла фестивалдә хореография, фольклор коллективтары, яңғыҙ йырсылар ҙа сығыш яһасаҡ, ғөмүмән, халыҡ ижадының төрлө төрҙәре күрһәтеләсәк.

темалар: Милли сәйәсәт