6 декабрь, Шишәмбе

20 ноябрь 2009 йыл, 16:29

Башҡортостан журналистары V Бөтә Рәсәй “Берҙәм Рәсәй” медиафорумында ҡатнаша

автор: Марина Шумилова

Бөгөн, “Берҙәм Рәсәй” партияһының XI  сьезы алдынан, Санкт-Петербургта V  Бөтә Рәсәй  “Берҙәм Рәсәй”   медиафорумы бара.

Иҡтисадты модернизациялау – Рәсәй киләсәгенең нигеҙе, илде модернизациялауҙа “Берҙәм Рәсәй” бурыстары һәм сәйәси системаның роле – медиафорумдың көн тәртибендә тап ошо  һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.  Уның  эшендә “Стратегия-2020” форум секциялары эксперттары, “Берҙәм Рәсәй”  әңгәмәләшеү партия клубтары вәкилдәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, федераль, төбәк һәм сит ил матбуғат саралары журналистары ҡатнаша.

Башҡортостандан  медиафорумда  “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Юнир Аҙнабаев, “Башҡортостан” телерадиокампанияһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ижади берекмәһе етәксеһе Азат Ғиззәтуллин һәм оператор Ришат Мөхөтдинов, “Берҙәм Рәсәй.Башҡортостан”  гәзитенең баш мөхәррире Ринат Миһранов, “Берҙәм Рәсәй.Башҡортостан”  гәзите хәбәрсеһе Гөлнара Мәүлиева, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Татьяна  Сырвачева, “Ҡыҙыл тан” гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов,  “Уфимские ведомости”  гәзитенең һәм “Уфа” журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова ҡатнаша.

Көндөң тәүге яртыһында “Иҡтисадты модернизациялау – Рәсәй киләсәгенең нигеҙе”  беренсе секцияһы сиктәрендә  “Илде модернизациялауҙа “Берҙәм Рәсәй” бурыстары һәм сәйәси системаның роле” темаһына асыҡ һөйләшеү үтте. Унда “Эксперт” журналының баш мөхәррире Валерий Фадеев, Һөҙөмтәле сәйәсәт фонды директоры Глеб Павловский, Сәйәси конъюнктура үҙәгенең генераль директоры Алексей Чеснаков ҡатнашты. Медиафорум үҙенең эшен биш секция буйынса дауам итәсәк: ”Идеология һәм программа документы”, “Социаль һәм сәйәси проекттар”, “Партия төҙөлөшө һәм партия эшенең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Иҡтисадты һәм социаль тармаҡты модернизациялау мәсьәләләре”, “Инфраструктура, инвестициялар һәм инновациялар өлкәһендә сәйәси проекттар”.

Секция кәңәшмәләрендә XI съезд көн тәртибе мәсьәләләре ҡараласаҡ. Уларҙы тикшереүҙә Партияның юғары советы рәйесе, Дәүләт Думаһы спикеры Борис Грызлов  һәм  башҡарма власть, әйҙәүсе сәйәсмәндәр, партия етәкселегенең башҡа вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, медиафорум 2005 йылдан үткәрелә. Уҙған йылдарҙа сәйәсмәндәр, эксперттар, федераль, төбәк һәм сит ил матбуғат саралары журналистарының осрашыу урыны Мәскәү булғайны.

темалар: Партиялар