7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2009 йыл, 16:28

“Оҙон көй-2009” бәйгеһе Гран-прийын Рәзидә Әхмәтова яуланы

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

“Оҙон көй-2009” V төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙары бәйгеһе Гран-прийын Балтас районынан Рәзидә Әхмәтова яуланы. Был турала кесе йома көнө Туймазы ҡалаһының “Родина” мәҙәниәт һарайында үткән бәйгелә ҡатнашыусыларҙың гала-концертында иғлан иттеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов байрам сараһының хөрмәтле ҡунағы булды.

“Оҙон көй” тарихында тәүге тапҡыр Гран-приҙы ҡатын-ҡыҙ яуланы. 16 йәштән 60 йәшкә тиклем йәш категорияһында сығыш яһаған Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан һәүәҫкәр йырсы боронғо башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”ды шул тиклем аһәңле итеп башҡарҙы – бер тыңлаусы ла вайымһыҙ ҡалманы, һәм зал көслө алҡыштарға күмелде.

Әйткәндәй, тиҙҙән Әхмәтовтар ғаиләһенең тағы ла тулыланыуы көтөлә. Ә әлегә өс бала әсәһе Рәзидә Ғәйнетдин ҡыҙы ауыл сәнғәт мәктәбендә балалар менән эшләй.

16 йәшкә тиклем йәш категорияһында беренсе урынды Туймазынан Динар Фәйзуллин һәм Бөрйән районынан Руслан Ҡыуандыҡов яуланы. Икенсе урынды Илгиз Искәндәров (Салауат) менән Заһиҙә Шакирова (Өфө) үҙ-ара бүлеште. Өсөнсө урында – Аделина Абдулхакова (Благовар районы), Ильяс Кинйәғолов (Сибай) һәм Ләйсән Абдуллина (Өфө).

"16 йәштән 60 йәшкә тиклем" номинацияла беренсе урынды Юнир Һағынбаев (Баймаҡ районы) менән Ләйсән Моталатова (Йылайыр районы) яуланы. Рәүиә Рамазанова (Кушнаренко районы) һәм Зилара Бикбова (Мәскәү) икенсе булды. Өсөнсө урында бер юлы дүрт конкурсант — Лилиә Үркенбаева (Ейәнсура районы), Флүзә Хәлитова (Ырымбур өлкәһе), Марс Төлкөбаев (Туймазы) һәм Рәлиә Әйүпова (Дәүләкән районы).

60 йәштән өлкәнерәк йәш категорияһында беренсе урын Туймазынан Гранит Каррамовҡа һәм Салауат районынан Искәндәр Миһрановҡа бирелде. Икенсе урынды Факиһа Ишҡыуатова (Ырымбур өлкәһе) менән Вера Искәндәрова (Салауат) бүлеште. Өсөнсө урынды Сибайҙан Кинйәғол Ғайсин менән Салауат районынан Зилә Носратуллина алды.

Тағы 38 кеше махсус приздар һәм ижади ярыш дипломдары менән дәртләндерелде. Улар араһында иң кесе башҡарыусы — Туймазынан ете йәшлек Рушана Әбсәләмова һәм бәйгелә иң өлкән ҡатнашыусы — Иглин районынан 86 йәшлек Хафиза Әбшәрипова.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ун йылдан ашыулыҡ тарихҡа эйә булған «Оҙон көй»ҙөң быйыл үҙ гимны барлыҡҡа килде. Уның һүҙҙәренең һәм көйөнөң авторы – Туймазы ҡалаһы Балалар музыка мәктәбенең ҡурай класы буйынса педагогы Рәмзин Әбсәләмов.

темалар: конкурстар