Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Наталья Мошина заманса драматургия конкурсында еңеүсе

Йәмғиәт

Өфө драматургы Наталья Мошина  Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Володин заманса  драматургия конкурсында еңеү яуланы. “ИТАР –ТАСС” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, уның  “Күк йөҙө аҫтында” пьесаһы иң күп балл йыйған.

Конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, театр тәнҡитсеһе  Елена Строгалева әйтеүенсә, өс новелланан торған еңеүсе-пьеса үҙенсәлекле автор стиле һәм тел байлығы менән айырылып тора. Уның үҙәгендә – “ғәҙәти кешенең көндәлек аңы  һәм мөғжизәле, илаһи башланғыстың киҫкен бәрелеше”. Наталья Мошина   әҫәрҙәре менән театр өлкәһендә үҙен танытып өлгөрҙө. “Пуля” пьесаһы Мәскәүҙә ҡкйылды,  ә  “Рикоту утрауы” –  Яңы Уренгойҙа сәхнәләштерелде.

Йәш драматургтарҙың конкурсы 2004 йылда  Александр Володин исемендәге “Биш кис”  театр фестивале сиктәрендә барлыҡҡа килде. Иван Вырыпаев һәм Ольга Мухина -  Санкт–Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында яңы исемдәр асыу маҡсатында үткәрелгән  конкурстың лауреаттары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть