6 декабрь, Шишәмбе

20 ноябрь 2009 йыл, 15:24

«Ғәскәровсылар» Мәскәүҙә сығыш яһай

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бөгөн, 20 декабрҙә, Мәскәүҙә концерт бирә. Ансаблдең сығышы коллективтың 70 йыллығына тура килтерелде һәм Рәсәй ҡалалары буйлап гастроль турнеһы сиктәрендә үтә.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан бейеүселәре баш ҡаланың иң яҡшы сәхнәләренең береһендә, Мәскәү дәүләт филармонияһының Петр Чайковский исемендәге Концерт залында, сығыш яһаясаҡ. Байрам программаһына күп милләтле Башҡортостан һәм бөтә донъя мәҙәниәтен сағылдырыусы иң яҡшы номерҙар индерелде. Тамашасыларға Фәйзи Ғәскәров ҡуйған “Биҙрә менән боронғо бейеү”, “Тороҡтороусылар”, “Яҙғы ташҡын”, Хәшим Мостаевтың “Француз яулығы” кеүек популяр хореографик композициялар, шулай уҡ молдаван, татар, грек бейеүҙәре күрһәтеләсәк.

Әммә был көндө беҙҙең артистар ғына сығыш яһамаясаҡ. Коллегаларын юбилей менән ҡотларға концертҡа Игорь Моисеев исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Березка» Дәүләт хореографик ансамбле, шулай уҡ М.Е. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы  Академия йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡалар киләсәк.

Тығыҙ гастролдәр графигы «ғәскәровсы»ларға Рәсәй баш ҡалаһында оҙаҡ тотҡарланырға форсат бирмәйәсәк, 22 ноябрҙә үк ансамбль сығыштарын Ҡазанда көтәләр.

темалар: гастролдәр