Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Мишкә районында яңы мәсет асылды

Йәмғиәт

Мишкә районының Уръяҙы ауылында яңы мәсет асылды. Иман йорто ошо районда тыуып үҫкән ағалы-ҡустылы Гәрәевтар ярҙамында төҙөлдө. Хәлимә өләсәләренең  иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн улар торлаҡ йортҡа реконструкция үткәреп, мәсет һала һәм ҡәҙерле кешеләренең исемен бирә.

“Башинформ” агентлығына Мишкә районы хакимиәтенең  мәғлүмәт –аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа мәсеттәрҙе йышыраҡ урындағы халыҡ күтәрә.

Әлеге мәсетте  асҡан Гәрәевтар бөгөн Уръяҙы ауылында йәшәмәй. Рафаэль Гәрәев бөгөнгө көндә БР Ауыл хужалығы министрлығының “Мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәге” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генераль директор булып эшләй, ә Рәшит Гәрәев  БР Техник инвентаризациялау бюроһының Бөрө район-ара филиалын етәкләй.

Теги: Дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть