Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда боҙ кисеүҙәре асыласаҡ

Йәмғиәт

Йөк транспорты өсөн дүрт боҙ кисеүе, өс йәйәүлеләр кисеүе һәм балыҡсыларҙың күмәкләп сығыуы өсөн 12 урын быйыл ҡотҡарыусыларҙың ентекле иғтибары аҫтына алынасаҡ. “Башинформ”да үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары – бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Сергей Карась хәбәр итеүенсә, йыл һайын был урындар кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн хәҙерге заман средстволары менән тәьмин ителә.

—  15 ноябрҙән 31 декабргә тиклем осор халыҡ өсөн иң хәүефле осор булып тора, сөнки кешеләрҙең нығынып бөтмәгән боҙға сығыуы менән бәйле, йылға-күлдәрҙә бәхетһеҙлек осраҡтары йышая, — тине Сергей Павлович.  – Быйыл боҙҙоң нығыныуы 25 декабргә генә көтөлә.

Кеше боҙ буйлап тыныс үтһен өсөн уның – 5 сантиметр, техника хәүефһеҙ үтһен өсөн 25-30 сантиметр ҡалынлығында туңыуы мотлаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл үлем менән тамамланған бер бәхетһеҙлек осрағы булды ла инде – Тәтешле районында ҡойола ике йәшлек ҡыҙ бала батып үлде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть