Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Яңы ужым арышы сортында Ҡунаҡбаев иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Иҡтисад

Башҡортостанда ужым арышының яңы сорты – Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә – сығарылды. Билдәле булыуынса, башҡорт ғалимы Сабирйән Ҡунаҡбаев – бөтә донъяға билдәле Сулпан ужым арышы сортының авторы.

Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә сорты Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында гибрид ысулы менән сығарылған. Һеркәләндереүҙә 20-нән ашыу сорт ҡатнашҡан.

Илеш районының “Рассвет” крәҫтиән-фермер хужалығында яңы сорттың уңдырышлылығы һәр гектарҙан 45 центнер иген тәшкил итте. Сортты производствоға индереү өсөн Балтас, Бүздәк һәм Дәүләкән дәүләт сорт участкаларында орлоҡ сәсеүлектәре һалынды ла инде. Сорт БР Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына индереү өсөн тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть