Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Мәләүездә «Минең республикам» акцияһының икенсе этабы үтте

Йәмғиәт

Мәләүездә “Минең республикам” республика социаль-экологик акцияһының икенсе этабы үтте. Был сара Рәсәй Федерацияһында Йәштәр йылы һәм Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сиктәрендә үткәрелә.

250-нән ашыу студент һәм ҡала экологияһына вайымһыҙ булмаған кешеләр Ағиҙел йылғаһы яры буйында йыйылды. Акцияла Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университеты филиалы, Мәләүез механика-технология техникумы, 39-сы профессиональ училище, 42-се производство лицейының студенттар һәм уҡыусылар экологик отрядтары әүҙем ҡатнашты.

Ҡала предприятиелары сүп-сарҙы сығарыу өсөн йөк автотранспорты бүлде, «Экополигон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡалдыҡтарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына бушлай ҡабул итеүҙе тәьмин итте. Экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акцияла бөтәһе 870 самаһы кеше ҡатнашты, ҡала свалкаһына 25 автомашина сүп-сар сығарып түгелде, Ағиҙел, Ҡаран, Мәләүез йылғалары яр буйҙары, Гагарин исемендәге парк һәм «Дан» паркы территориялары ҡыйҙан таҙартылды.  Иң әүҙем студенттар отрядтары һәм акцияла ҡатнашыусылар приздар менән бүләкләнде.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть