9 декабрь, Йома

20 ноябрь 2009 йыл, 11:46

«Рәсәй тимер юлдары» уҡыусыларға льготаларҙы һаҡлай

автор: Любовь Колоколова

“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2010 йылдың 1 ғинуарынан алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа уҡыусыларға льготаларҙы һаҡлай.

Дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларында башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта (тулы) дөйөм белем биреү программалары буйынса көндөҙгө бүлектә уҡыусыларға плацкарт һәм дөйөм вагондарҙа тулы йөрөү хаҡының 50 проценты күләмендә ташлама яһаласаҡ.

“Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте быйыл 18 ноябрҙән алыҫ араға йөрөүсе поездарға 2010 йылдың 1 ғинуарында китеү датаһы менән билеттар һатыла башлау менән бәйле ошондай ҡарар ҡабул итте.

Ташлама фирма һәм тиҙ йөрөүсе поездарға ҡағылмай. 50 процент ташлама менән йөрөү документтары алыу өсөн билет кассаһына уҡыусыларҙың белешмәләрен күрһәтеү етә.

Был положение ”Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы һәм РФ Хөкүмәте ҡарар ҡабул иткәнгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Шуны ла әйтергә кәрәк, быйыл РФ Хөкүмәтенең Көрсөккә ҡаршы саралар программаһына ярашлы, федераль бюджет “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә уҡыусыларға һәм студенттарға льготалар биреүҙән юғалған табыштарын компенсациялауға 2,3 миллиард һум аҡса бүлде.