5 декабрь, Дүшәмбе

20 ноябрь 2009 йыл, 11:15

"Салауатнефтеорсинтез" Краснодарҙағы күргәҙмәлә ҡатнаша

автор: Марият Артюхова

Был көндәрҙә «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «ЮГАГРО» XVI халыҡ-ара агросәнәғәт форумында ҡатнаша. Ул Краснодарҙа «КраснодарЭкспо» Күргәҙмә үҙәгендә үтә.

Компания үҙ продукцияһын да, шулай уҡ ярҙамсы  предприятие — «Мәләүез минераль ашламалары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһын да күрһәтә.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «ЮГАГРО» – Рәсәйҙең ауыл хужалығы тематикаһы буйынса иң ҙур күргәҙмә проекттарының береһе. Быйыл форумда донъяның 25 иленән 500 экспонент ҡатнаша, улар араһында — Европа һәм БДБ илдәренән, шулай уҡ АҠШ-тан, Япониянан, Израилдән һәм башҡа илдәрҙән ҙур агробизнес вәкилдәре. Экспозицияның дөйөм майҙаны — 25 мең квадрат метрҙан ашыу.