Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Журналистар араһында йәштәр тематикаһын яҡтыртыуға конкурс дауам итә

Йәмғиәт

30 декабргә тиклем БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында йәштәр тематикаһын яҡтыртыусы журналистарҙың ижади эштәрен ҡабул итәсәктәр.

Конкурс дүртенсе йыл рәттән үткәрелә, был осорҙа унда Башҡортостандың бөтә киң мәғлүәмт саралары ҡатнашты. Ярыштың төп маҡсаты — йәштәр сәйәсәтенең актуаль мәсьәләләренә журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү.

Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнәсәк: "Баҫма киң мәғлүмәт саралары", "Электрон киң мәғлүмәт саралары".

Баҫма киң мәғлүмәт саралары республика, ҡала, район гәзиттәре һәм журналдары; студенттар гәзиттәре һәм журналдары категориялары буйынса наградлана.

"Электрон киң мәғлүмәт саралары" номинацияһында телевидение, радио, интернет-баҫмалар араһында иң яҡшылар билдәләнәсәк.

Авторҙарҙың эштәре түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорт, 12-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 251-16-32.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть