7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2009 йыл, 10:47

“Планета йәшлеге” халыҡ-ара фестивалендә Башҡорт хореография училищеһы тәрбиәләнеүселәре еңеү яуланы

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Ирина Миргалеева

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһының “ Башҡорт ҡыҙҙары” бейеү коллективы “Планета йәшлеге” халыҡ-ара  балалар коллективтары фестивалендә еңеү яуланы. Ижади форум Францияның Гавр һәм Париж ҡалаларында булып уҙҙы.

“Башинформ” агентлығына  фестивалдә ҡатнашыусы бер ҡыҙҙың әсәһе Ирина Мирғәлиева һөйләүенсә, “классик”, “халыҡ бейеүе” номинацияларында беренсе урындарҙы яулаусы коллектив фестивалдең фавориттары булған.

Беҙҙең делегация составына училищеның өсөнсө курс студенттары Дарина Мирғәлиева, Камила Арджаникова, икенсе  курстан Диана Мәджитова, уларҙың уҡытыусылары Светлана Ризуанова, Людмила Колесникова инде.

Халыҡ-ара форум баһалауына улар ике номер әҙерләгән : “Бөрйән ҡыҙҙары” халыҡ бейеүе  һәм  “Шәүләләр”  заманса хореография композицияһы.

Төп приз сифатында был коллектив  2010 йылдың майында  Францияла Рәсәй йылын асыу хоҡуғына эйә булды. Бынан  тыш Башҡорт хореография училищеһы тәрбиәләнеүселәре киләһе йылдың авгусында Италияла үтәсәк халыҡ-ара фестивалгә саҡырыу алды. Фестиваль еңеүселәре шулай уҡ  Австрия һәм Чехияла экскурсияла булдылар.

темалар: Фестивалдәр