7 декабрь, Шаршамбы

20 ноябрь 2009 йыл, 10:28

Еңел сәнәғәт предприятиелары проблемалары тикшерелде

автор: Любовь Колоколова | фото: Любовь Колоколова

19 ноябрҙә БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында үткәрелгән сираттағы ултырышта Башҡортостандың айырым еңел сәнәғәт предприятиеларындағы хәл, проблемалар һәм 2010 йылға перспективалар тикшерелде.

Ултырыш БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры урынбаҫары Евгений Сафонов рәйеслегендә үтте. Тармаҡ эшмәкәрлегендәге ябай булмаған мәсьәләләрҙе тикшереүгә Өфө, Нефтекама, Туймазы хакимиәттәре вәкилдәре, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәре саҡырылды.

Евгений Сафонов әйтеүенсә, ил иҡтисадына ҡағылған көрсөк республиканың еңел сәнәғәтендә айырыуса һиҙелерлек сағылды. Бында етештереүҙең кәмеү темптары айырыуса юғары, продукцияға заказдар кәмей, эш хаҡы күпкә түбән. Еңел сәнәғәттең ҡатмарлы хәлен, бер яҡтан, сеймалға һәм тәбиғи монополиялар хеҙмәтләндереүҙәренә, икенсе яҡтан, әҙер продукцияға хаҡтар айырмаһы тағы ла тәрәнәйтә. Продукцияға хаҡтар артыуы сеймалға һәм энергияға хаҡтар үҫеше артынан “өлгөрмәй”.

Былтыр йыл аҙағынан әйләнештәге средстволарға кредиттар алыу ҡыйынлашты. Предприятиеларҙың сеймал менән тәьмин итеүселәр һәм продукция ҡулланыусылар менән үҙ-ара иҫәп-хисап яһау хәле ҡырҡа киҫкенләште.

Быйыл 10 айҙа, Дәүләт статистика комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандың туҡыу һәм тегеү производствоһында 2,2 миллиард һумлыҡ тауарҙар тейәп оҙатылды, был уҙған йыл кимәленән 16 процентҡа кәмерәк. Сәнәғәт производствоһы индексы 80,8 процент тәшкил итте.

Комиссия ултырышында «Эш кейеме комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Искож», «Өфө трикотаж фабрикаһы», «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре етәкселәренең отчеттары тыңланды. Һәр предприятиеның үҙ проблемалары, әммә производствоны яңыртыуға, энергияны һаҡсыл тотоноуға һәм тауарҙарҙың үҙҡиммәтенә йоғонто яһаусы сығымдарҙы кәметеүгә курс алған урындарҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һиҙелерлек.