3 декабрь, Шәмбе

20 ноябрь 2009 йыл, 9:38

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев “Рәсәйҙә медицина ксенон технологияларын үҫтереү” эш кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: Михаил Сытин

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев “Рәсәйҙә медицина ксенон технологияларын үҫтереү” эш кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда ксенон инертлы газын ватан һаулыҡ һаҡлау практикаһына индереүҙе ойоштороуҙың һәм уның иҡтисади һөҙөмтәлелегенең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.

Кәңәшмәлә Рәсәй   ғалимдарының практик медицинала ксенонды ҡулланыу, киң спектрҙағы  сирҙәрҙе  дауалау методологияларын эшләү, ватан медицина техникаһын булдырыу, яңы сеймал сығанаҡтарын һәм ксенон етештереү технологияларын үҙләштереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарына ҡағылған мәсьәләләр комплексы тикшерелде.

Беҙҙең ил ксенонды клиник практикала ҡулланыуға рәсми рөхсәт биргән тәүге ил булып тора. Медицина ксеноны алыу өсөн етештереү ҡеүәте бар, уны күп тапҡыр файҙаланыу технологияһы эшләнгән, ксенон наркозы һәм терапияһы өсөн аппаратура булдырылған.

Медицинала юғары технологиялар файҙаланыуҙың заманса тенденцияһы препараттарҙың организмға мөмкин тиклем аҙ йоғонтоһон күҙ уңында тота, шуға күрә кеше өсөн ошо зарарһыҙ анестезияны ҡулланыу ҙур киләсәккә эйә.

Рәсәйҙә ксенон ни бары ике-өс төбәктең дауалау учреждениеларында ғына ҡулланыла.  Республикабыҙҙа ксенон ҡулланыу мәсьәләләре академик кимәлдә — 2007, 2008 һәм 2009 йылдарҙа үткән медицина конференциялары сиктәрендә ҡаралғайны.

Әле Башҡортостанда йыл һайын 40 меңдән ашыу ингаляция наркозы яһала. Ксенонды киң ҡулланып һәм тейешле инфраструктура булдырып, уның хаҡын ярайһы уҡ арзанайтыу мөмкинлеген иҫәпкә алғанда, ул үҙ урынын ныҡлы биләйәсәк тип ышаныс менән фаразларға була.

Республикала ксенон анестезияһы тәү сиратта бик күп ҡатмарлы һәм оҙайлы операциялар үткәрелгән, бала табыуҙың ҡатмарлы осраҡтары булған, нервы системаһы сирҙәре менән яфаланыусыларға операциялар үткәрелгән Өфө һәм Стәрлетамаҡ кеүек эре ҡалаларҙа үҙен аҡлаясаҡ.

темалар: Кәңәшмәләр