5 декабрь, Дүшәмбе

19 ноябрь 2009 йыл, 17:21

Намыҫлы хеҙмәт өсөн лайыҡлы наградалар

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Республика йортонда тағы ла 65 кеше  һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар исемлеген тулыландырҙы.

– Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүеселәргә мин оло ҡыуаныс менән дәүләт  наградалары тапшырам,– тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов.– Һәр бер награда – ул һеҙҙең республика именлеге  хаҡына намыҫлы  һәм тырыш хеҙмәтегеҙ. Ҡулда эш янып торһа, бер ниндәй ҙә көрсөк һиҙелмәй ул. Беҙҙең төбәктең бөтә ҡаҙаныштары һәм уңыштары һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙгә бәйле.

Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡовҡа  Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырып, республика башлығы  былай тине:

– Һуңғы йылдарҙа Иглин районында ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ булды. Был районды бөтә яҡлап, ауыл хужалығы буйынса ла, социаль тармаҡты алғанда ла, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була. Улар  тик ултырырға яратмай, эксперименттарҙан да ҡурҡмайҙар. Күптән түгел “инглиз газондары” менән шөғөлләнә башланылар. Бының өсөн Канада белгестәрен йәлеп иттеләр. Иң ҡыҙыҡлыһы шул: эш йәнләнде бит, газондарға  бөгөн һорау  юғары.

Ришат Исхаҡов, үҙ сиратында, республика башлығына даими ярҙам күрһәтеүе  һәм аңлап тороуы өсөн рәхмәт белдерҙе:

– Республика етәкселеге иғтибарынан, ауыл хужалығы булһынмы ул, сәнәғәтме, социаль өлкәме,  бер тармаҡ та, ситтә  ҡалмай. Был йәһәттән бер ҙә зарланырлыҡ түгел. Быйыл беҙ заманса төҙөлгән ҙур китапхананы файҙаланыуға тапшырҙыҡ, бөгөн, мәҫәлән,  айырыуса йәштәр өсөн кәрәкле объект – йөҙөү бассейнын төҙөүҙе тамамлап киләбеҙ. Кешеләрҙең эшләү, эш хаҡы алыу , матур итеп йәшәү  мөмкинселеге бар, ә был иң мөһиме.

Наградаларҙы тапшырғандан һуң, республика башлығы урындарҙа эштәрҙең барышы тураһында һораша. “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа комплексы директоры  урынбаҫары Валерий Погодин, Президент ҡулынан Почет грамотаһы алғандан һуң, пассажирҙар менюһына  башҡорт милли аштарын индерә башлауҙары хаҡында әйтеп үтте.

Төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 44 хеҙмәт алдынғыһы атҡаҙанған исемдәренә лайыҡ булды.

1997 йылдан инвалид коляскаһына бәйле БР атҡаҙанған уйлап табыусыһы  Виктор Лаврентьев инвалидтар өсөн пандустар эшкәртәмәләре менән шөғөлләнә.

– Республиканың ижади ҡеүәте һәр ваҡыт юғары кимәлдә булды, – тине ул. – Ә кешеләр, уларҙың хеҙмәте һеҙҙең иғтибарығыҙҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Был бик мөһим. Наградалар  миңә лә, минең эргәлә эшләгән иптәштәремә лә өҫтәмә көс бирә, дәрт уята.