8 декабрь, Кесе йома

19 ноябрь 2009 йыл, 16:58

Рәсәйҙең иң социаль-яуаплы предприятиелары рейтингында – өс башҡорт компанияһы

автор: Эльвира Латипова

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте энергетика субъекттары араһында Рәсәйҙең иң социаль яуаплы компаниялары рейтингында лидер тип танылды.

Ай һайын үткәрелгән рейтингты «Труд» гәзите, Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы һәм Рәсәй көрсөккә ҡаршы форумы төҙөй. Был эштә 32 эксперт ҡатнашты: профсоюз, эшҡыуарҙар, иҡтисадсылар, социологтар, политологтар, публицистар берләшмәләре вәкилдәре. Ун баллыҡ шкала буйынса улар Рәсәй иҡтисадының 75 флагманының – быйыл продукция һатыу күләме буйынса компания-лидерҙарҙың социаль йүнәлешен баһаланы.

Социаль яуаплылыҡ – ул эш урындарын һаҡлау һәм булдырыу, ҡәтғи һалым дисциплинаһы, хеҙмәткәрҙәр алдында йөкләмәләрҙе үтәү, төбәк социаль инфраструктураһын яҡлауҙа әүҙем позиция.

Октябрь рейтингында иң юғары күрһәткесте «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте күрһәтә: 6,91 балл. «Башкирэнерго» 5,08 балл күрһәткесе менән исемлектең 27-се урынында килә, тип хәбәр итә энергохолдингтың матбуғат хеҙмәте. Был илдең энергетика компаниялары араһында иң яҡшы һөҙөмтә.

Рейтингка Башҡортостандың тағы ике компанияһы эләкте: «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (5,59 балл һәм 14-се урын) һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» (5,09 балл һәм 26-сы урын).