Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Республика малсылары Германия фермаларында булып ҡайтты

Иҡтисад

Башҡортостан вәкилдәре “Рәсәй Федерацияһында һөт һәм һыйыр ите етештереүҙә яңы технологиялар үҫтереү һәм индереү” немец-рус берләшмә проекты сиктәрендә Германияла булып ҡайтты. Рәсми делегацияға БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары  Раил Афзалов етәкселек итте һәм уның составына  республиканың ауыл хужалығы тармағы етәкселәре һәм белгестәре инде.

Делегация  Бененда, GEA WestfaliaSurge концернда булды. Был концерн һыйыр һауыу һәм һөттө һыуытыу, малдарҙы ашатыу,  көтөүҙе ҡарау өсөн төрлө техника, һыйыр фермалары өсөн ҡорамалдар етештереүселәре араһында донья кимәлендә иң эреләрҙән иҫәпләнә.

Белгестәр шулай уҡ  Төньяҡ Германияның өс әйҙәүсе фермер хужалығы – “Райнхард  һәм  Кристина Бюргер-Гребе”, Корба-Хельмшайдта “Юнк”,  “Феддер”  Төньяҡ Рейн-Вестфалия  ер предприятиеһы  – миҫалында һыйырҙарҙы  имеҙеүгә эйәләштермәй ҡарау технологияһы менән танышты.  Быҙауҙарҙы тыуғас та һыйырҙан айыралар һәм махсус боксҡа урынлаштыралар. Яңы тыуған быҙауҙарҙы, алдан  дүрт  һәм унан да күберәк һөтө төшкән һыйырҙарҙан йыйылған һәм туңдырып һаҡланған, ыуыҙҙы йылытып ашаталар. Белгестәр әйтеүенсә,  уның составында яңы тыуған быҙауҙарҙың организмын нығытыу өсөн кәрәкле иммуноглобулиндар күп.

Германияға эш сәфәре программаһында  Стейнладж ғаиләһенең “Hofladen” кәзәләр үрсетеү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа индерелгәйне. Улар 155  немец сыбар һәм аҡ аҫыл нәҫелле һауын кәзәләрен тота. Кәзәләрҙе ашатыу, ҡарау һәм һауыу шарттары, үҙҙәренең  кәзә һөтөнән сыр, ойотолған эсемлектәр һәм ликерҙар  етештереү цехы иғтибарға лайыҡ. Һауыу цехының  нисек ойошторолоуын да хәтер һандығына һалырға була: карусель тибындағы ҡоролма 24 һауыу урынына иҫәпләнгән. Мюлбен ауылында урынлашҡан “Zollmann’s Stutenmilch“ йылҡысылыҡ хужалығы ла оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Унда туңдырылған һөттө эшкәртеү, ҡымыҙ һәм уның нигеҙендә косметик продукция етештереү үҙләштерелгән. Эштең төп ҡағиҙәһе – экологик таҙа производство. Хужалыҡтың һауын көтөүендә — “хавлинг” немец нәҫеленән 200 бейә иҫәпләнә.  Бер башҡа тәүлек һауым, көнөнә өс тапҡыр һауғанда, 4-5 литр тәшкил итә.

Ҡунаҡтарға фермаларҙы йыһазландырыу,техника,ҡорамалдар, альтернатив энергия сығанаҡтары күрһәтелгән “Haus Düsse” ауыл хужалығы үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо.

Республика вәкилдәре Ганновер ҡалаһында үткән  “AGRITECHNICA  2009”  халыҡ-ара күргәҙмәһендә  булдылар.

Эш сәфәренең аҙағында Германияның Аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы һәм ҡулланыусыларҙың  хоҡуҡтарын яҡлау   федераль  министрлыҡ вәкиле Герман Йойб менән осрашыу үтте. Ул Европала, шул иҫәптән, Германияла ауыл  хужалығының дөйөм хәле, үҫеш юлдары һәм аграр производство мәсьәләләре, консультацион үҙәктәрҙең әһәмиәте  тураһында һөйләп үтте.

Теги: Сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть