3 декабрь, Шәмбе

19 ноябрь 2009 йыл, 15:34

Павел Качкаев юлсыларҙы һаҡсыл булырға саҡырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө мэры Павел Качкаев, ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Владимир Черновтың быйыл төҙөкләндереү, юлдарҙы капиталь ремонтлау буйынса башҡарылған эштәр тураһында докладын тыңлап, ҡала юлсыларын средстволарҙы экономиялыраҡ тотонорға саҡырҙы.

— Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының тырышлығы юғары баһаға лайыҡ, әлбиттә, — тине мэр. – Әммә әгәр 2010 йылда ҡала юл төҙөлөшөнә быйылғы кеүек үк аҡса тотонһа, 2011 йылда банкротлыҡҡа һуғылыуыбыҙ бик ихтимал.

Быйыл Өфөлә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса бик күп эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, Сипайлово биҫтәһендә ташҡынға ҡаршы дамбаның 1,2 километр оҙонлоғондағы беренсе сиратын төҙөү тамамланды, ҡаланың Октябрь һәм Калинин райондарында Жилин һәм Базилеевка ауылдарын тоташтырыусы автомобиль юлы төҙөлә башланы, Орджоникидзе һәм Калинин райондарында Вотикеево ауылын Өфө – Шаҡша автоюлы менән тоташтырыусы юл һалына һәм башҡа төрлө байтаҡ эштәр башҡарылды.

— Әлбиттә, ҡалабыҙ матур күренергә, юлдарыбыҙ транспорт саралары хәрәкәте өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә техник яҡтан хәүефһеҙ булырға тейеш, — тип иҫәпләй Павел Качкаев. – Ләкин иҡтисади көрсөк шарттарында юл төҙөлөшөнә байтаҡ сумманы тотоноуҙың маҡсатҡа ярашлылығы тураһында уйланырға кәрәктер.

Павел Качкаевтың фекеренсә, ресурстарҙы һаҡсылыраҡ тотоноу өсөн 2010 йылда был эште ысынлап та бик кәрәк урындарҙа ғына алып барырға, ә мөмкин булған урында яңыһын төҙөмәй, булған юлдарҙы нормаль хәлдә тоторға кәрәк.