11 декабрь, Йәкшәмбе

19 ноябрь 2009 йыл, 14:46

Президент республикала Яңы 2010 йылды байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2009 йылдың 19 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан Республикаһында яңы 2010 йылды байрам итеү тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.

Яңы йыл байрамы сараларын ойошҡан рәүештә үткәреү маҡсатында Яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса Республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.

Ойоштороу комитетына түбәндәге бурыстар йөкмәтелде:

республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре, профсоюз ойошмалары, башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, тораҡ пункттары майҙандарында карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм Яңы 2010 йылды байрам итеүгә арналған башҡа төрлө саралар әҙерләп үткәреүҙе тәьмин итергә;

2009 йылдың 22 декабрендә Конгресс-холда, Башҡортостан райондарынан һәм ҡалаларынан дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу алдынғыларын, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәрен, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттарын, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм БР эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренән балаларҙы саҡырып, Президент Яңы йыл шыршыһын үткәрергә;

күмәк Яңы йыл саралары үткәргән ваҡытта йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте, медицина персоналының дежур итеүен, шулай уҡ балаларҙы ойошҡан рәүештә ташыу именлеген тәьмин итергә;

киң мәғлүмәт сараларында Яңы йыл байрамы сараларын киң яҡтыртыуҙы, Яңы йыл байрамдары һәм мәктәп каникулдары көндәрендә балалар өсөн тапшырыуҙар циклын ойошторорға.

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә 2009 йылдың 1 декабренә тиклем Президент Яңы йыл шыршыһын әҙерләү һәм үткәреү, унда ҡатнашыусыларҙың “Салют” санаторийында өс көнлөк ялын ойоштороу, 14 йәшкә тиклемге биш һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләрҙән балиғ булмаған балаларға президент Яңы йыл бүләктәре һатып алыу, шулай уҡ башланғыс, урта һәм юғары профессиональ белем биреү йорттарында уҡыған етем балаларға матди ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле средстволар бүлергә йөкмәтелде.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә үҙ һәм йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә инвалид балаларға һәм балалар йорттарында, интернат учреждениеларында тәрбиәләнеүсе етем балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырыуҙы тәьмин итергә тәҡдим ителде.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә Президент Яңы йыл шыршыһын үткәреү өсөн Конгресс-холл бинаһын һәм уның эргәһендәге территорияны әҙерләү буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.

Был Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Указ ҡул ҡуйған көндән алып көсөнә инде.